Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Япрағын да ашайҙар
Яңы өлгөрөп килгән йәшелсәләр — бигерәк тә редис, сөгөлдөр, кишер, йәшел һуған, төрлө тәмләткестәр баҡсасылар баҙарында, кибет кәштәләрендә күренә лә башланы.
Бер ханым һатыусы апайҙан сөгөлдөр япрағын һораны. “Күптәр уның файҙаһын белмәй бит, шуға өҙөп һалып алдым”, — тип сумкаһынан төргәк килтереп сығарҙы. Теге ҡатын һөйөнөп китте лә икенсе юлы тағы ла күберәк алып килеүен һорап, был япраҡтарҙы нисек файҙаланыуын һөйләп бирҙе.
Витамин салаттары әҙерләгәндә сөгөлдөрҙөң йәш япраҡтарын да һалып ебәрә икән. Ул айырыуса бер тәм бирә. Борщ бешергәндә лә ҡуллана. “Әгәр япраҡтар күп булһа, бәлеш тә бешерәм, йәшел һуған менән йомортҡа ҡушам. Голубцы эшләгәндә эслекте сөгөлдөр япраҡтарына ла төрөргә мөмкин”, — тине ханым, тағы ла петрушка, әнис, кинза, сельдерей, базилик кеүек йәшел тәмләткестәрҙе алып.


Татлы һыу ғына түгел...
Баҡса еләге өлгөрҙө. Бер ҡараһаң, уның әллә ни файҙаһы ла юҡтыр инде, ҡоро һыу ғына бит, тип әйтеүселәр бар. Ләкин еләк, киреһенсә, В2, В5, В6
һәм К витаминдарына, баҡыр менән магнийға бай.

Сан-Диеголағы Калифорния университеты ғалимдары, мәҫәлән, еләктең алты файҙалы сифатын билдәләгән. Витаминдарға бай икәнлеген әйттек инде. Икенсенән, ябығырға теләгәндәр өсөн ҡулай икән. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының үҫешенән ҡотолорға ла ярҙам итә. Ҡартайыуҙы кисектерә. Өсөнсөнән, ул калийға бик бай, йөрәк өйәнәктәре хәүефен кәметә. Дүртенсенән, баҡса еләгендә С витамины цитрустарға ҡарағанда ла күберәк. Әгәр, быныһы инде бишенсенән, иртәнсәк бешерелгән бутҡаларға ҡушып ебәрһәң, көнө буйына етерлек көс алырға була. Ниһайәт, алтынсынан, еләктәр тештәрҙең ныҡлығын тәьмин итә, унда таштар барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә.
Мәлендә һәр еләк-емеште бешкән генә сағында ашап, организмды тәбиғи витаминдар менән байытып ҡалырға кәрәк.


Кимереүсене нисек ҡыуырға?
Күп баҡсасыларҙың бәләһе — һуҡыр сысҡан. Шахтер шикелле ер аҫты донъяһын айҡап-байҡап йөрөй. “Йөрөһөн дә!” — тиер кемдер.


Ҡайһы бер емеш ағастарының тамырҙарын, күп кенә сәскәләрҙең һуғанбаштарына зыян килтергәнен татымаһаҡ, әллә ни иғтибар ҙа итмәҫ, ләлә, нәркәс кеүек сәскәләрҙең ер аҫтындағы өлөштәрен ашағанын күрмәһәк, иҫебеҙ ҙә китмәҫ ине. Әммә һуғанбаштары юҡҡа сыҡҡан сәскәләрҙең бысылған кеүек ерҙә ятҡанын күреп, йән көйә. Шуға һуҡыр сысҡанға ҡаршы һуғыш астыҡ.
Боронғо бер ышаныу бар. Ҡасандыр янғын булған урында төҙөлгән йортта сысҡан да, ҡомаҡ та булмай икән. Кимереүселәр көлдө яратмай, тәпәйҙәрен ялағанда ул ауыҙ ҡыуышлығына эләгеп, ялҡынһыта. Шуға күрә бер биҙрә көлдө биш квадрат метр ергә һипһәң, кимереүселәр бер нисә көн эсендә баҡсағыҙҙы ташлап китәсәк. Мөгәрәпкә картуфты һаҡларға һалғанда ла көлгә бутаһаң, сысҡандар яҡын бармаясаҡ.
Баҡсасылар шулай уҡ пластик һауыттарҙы ла кимереүселәргә ҡаршы оҫта ҡуллана. Унда бер нисә тишек уйып, ҡыйшайтыбыраҡ ергә ҡаҙап ҡуйһаң, ел ваҡытында ғәжәп көслө тауыш сығара. Кимереүселәргә был оҡшамай һәм ул тирәнән тайыу яғын ҡарайҙар.
Бынан тыш, өңдәренә балыҡ башын, һарымһаҡ тырнаҡтарын, сәтләүек япрағын һалһаң да, бик файҙалы буласаҡ.


Бөгөлөп төшмәһен тиһәң
Пиондар үҫмәгән баҡса бармы икән? Аҡ, ҡыҙыл, алһыу төҫтәге ялбыр сәскәләрҙең хуш еҫтәренән баш әйләнә.


Сәскәләре эре, ҙур булыу сәбәпле, ҡайһы ваҡыт һабаҡтары ауырлығын күтәрә алмай бөгөлөп төшә һәм һына. Ботаҡтары таралып ултырмаһын өсөн уларға терәк ҡуйып сығырға кәрәк. Ошо һүрәттәге кеүегерәк. Бының өсөн металл-пластик һыу торбаһын файҙаланырға мөмкин. Нисек эшләү — һәр баҡсасының үҙ фанта­зияһында.
Пиондар бер урында — 50, хатта 100 йыл да үҫә ала, шуға күрә баҡсаны йәмләп ултырһын тиһәгеҙ, хәстәрлек тә күрергә кәрәк.

Н. МӘҺӘҘИЕВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 287

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 160

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 436

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 145

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 146

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 380

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 141

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 206

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 892

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 007

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 306

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 534