Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нияз менән Зөһрә “баҡса”һы
Нияз менән Зөһрә “баҡса”һы Башҡортостан телевидениеһында барған “Бай баҡса” тапшырыуын ҡыҙыҡһынып ҡарамаған кеше юҡтыр ул. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул халыҡ араһында киң танылыу яуланы. Ни тиһәң дә, беҙ бит ер кешеләре, тамырҙарыбыҙ тупраҡҡа береккән, уның һуты һәм ҡото менән йәшәйбеҙ. Ожмахты ла юҡҡа ғына “баҡса” тимәйҙәрҙер. Хәйер, “Ожмах баҡсаһы”ның бер мөйөшөн һәр кем үҙ биләмәһендә булдыра ала бит. Нисекме? Был турала “Бай баҡса” тапшырыуын ҡарап барғандар яҡшы белә. Ошо баҡсаны гөл-сәскәгә күмгән тылсым эйәләре Зөһрә менән Нияз МӘҺӘҘИЕВтәр бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Улар килтергән ҡаҡы, ҡымыҙлыҡты тәмләй-тәмләй, әңгәмәбеҙ йомғағы һүтелеп китте.


– “Баҡса”ғыҙға “төшөп”, һеҙ­ҙең емештәрҙе ауыҙ итеп ҡа­рар­ға булдыҡ әле. Был тап­шы­рыуҙы булдырыу кем­дең башына килде?
Нияз. Бер саҡ кис Зөһрә менән урамда китеп барғанда телевидение хеҙмәткәре Рәйсә Абдуллина осраны ла: “Һеҙ егерме йылдан ашыу баҡса тотаһығыҙ, әйҙәгеҙ, ошо турала тапшырыу эшләйек”, – тине. “Икебеҙме ни?” – тибеҙ. “Икегеҙ алып барһағыҙ, бигерәк шәп булыр”, – ти Рәйсә. “Әйҙә һуң, Зөһрә апайың пенсияла, мин ваҡытлыса эшһеҙ”, – тип тәүәккәл­ләнек.
– Был тәҡдимдең нәҡ һеҙгә төбәлеүендә берәй сәбәп бар­ҙыр ул?
Нияз. Сәбәпһеҙгә тауҙан таш та тәгәрәп төшмәй, тиҙәрме әле? Бер нисә йыл элек Зөһрәне теле­видениеға баҡсасылыҡ тураһында тапшырыуға саҡырғайнылар. Унда үҙебеҙ үҫтергән еләк-емеште алып барҙы. Баҡсабыҙҙа әҙәм күҙенә күрһәтерлек байлыҡ барын шунда шәйләгәндәр, күрәһең. Ҡыҫҡаһы, көрәкте нисек тоторға беләбеҙ, ағаста һәм ҡыуаҡта нимәләр үҫкәнен самалайбыҙ.
Зөһрә. Донъяла иҡтисади көр­сөк ҡоторған, илебеҙгә санкциялар иғлан ителгән осорҙа беҙ йәшелсә-емеш менән үҙебеҙҙе тәьмин итә алабыҙ бит. Ниндәй генә ауыр һуғыш йылдарында ла халыҡты баҡсасылыҡ ҡотҡарған.
Нияз. Образлы итеп әйткәндә, импортты алмаштырыу сере үҙе­беҙҙең аяҡ аҫтында ята.
– Унан икегеҙҙең дә үткер ҡәләмегеҙ бар...
Нияз. Ҡәләм тигәндән, Зөһрә – танылған шағирә, ваҡланып йөрө­мәҫ инде, тип шикләнгәндәр.
Зөһрә. Баҡса – ижад кешеһе өсөн икенсе эш өҫтәле ул. Һутла­нып бешкән емеш-еләкте, күҙ яуын алып ҡыҙарған алмаларҙы күреп, ағасҡа ҡунып һайраған ҡоштарҙы тыңлап, нисек илһамланмайһың инде!
Нияз. Бына тигән еребеҙ, эшләргә ҡулыбыҙ бар. Картуфын да, помидорын да, еләк-емешен дә, башҡаһын да үҫтерә алабыҙ. Үҙебеҙ өсөн бит, бер ниндәй химикат ҡулланмайбыҙ.
– Тапшырыуҙа ҡатнашырға теләгән кешеләрҙе табыуы ауыр түгелме?
Нияз. Тәүге тапшырыуҙы күршенән башланыҡ. Оҫта баҡ­сасы ул, хатта белгес тип ебәр­гәндә лә була. Тапшырыу сыҡ­ҡандан һуң күп кеше шылтыратты. Беҙҙә шундай-шундай баҡсасы бар, уны күрһәтһәгеҙ ине, тиҙәр. Сәнәғәт теле менән әйтһәк, башта тауар әҙерләнек, һуңынан тауар үҙе өсөн һөйләй башланы. Беҙ белгән бик тәжрибәле баҡсасылар бар, үкенескә ҡаршы, тип әйтәйем­ме, уларҙың ҡайһы берҙәре тап­шырыуҙа ҡатнашыуҙан баш тартты.
Зөһрә. Яңыраҡ ҡына Баймаҡ районынан бер ҡатын шылтыратып, һеҙҙең өйрәтеүгә таянып баҡ­са үҫтерәбеҙ, тине. Тапшырыуҙы ҡарап, теплица эшләнек, ти бөр­йәндәр... Ғөмүмән, уның файҙаһы ҙур. Баҡсаны ауыл халҡы ғына түгел, ҡалала йәшәгәндәр ҙә тота бит. Әй, бер нәмә һөйләп көлдө­рәйем әле һеҙҙе: күпме йылдар матбуғатта эшләп, шағирә исеме күтәреп, мине бик танымайҙар ине, биш тапшырыуҙан һуң урамда ла, магазинда ла, баҙарҙа ла беләләр.
Нияз. Бер танышым ауылға ҡайтып килде. Әсәһе әйтә икән: “Балам, һин Өфөлә йөрөгәс, “Бай баҡса” тапшырыуын алып барыу­сыларҙы беләһеңдер инде. Береһе – шағирә, икенсеһе – академик”, – тигән. Мине Нияз Мәжитов менән бутағандыр, моғайын.
Зөһрә. Бына, мәҫәлән, картуф ултыртыуҙың ғына әллә нисә төрө бар. Яңыраҡ уның ике ысулы менән таныштырҙыҡ. Береһе – ауыл хужалығы ғалимы Корни­ловтың ысулы, икенсеһе – халҡы­быҙҙың борон-борондан килгән ултыртыу алымы. Үҙебеҙсә тәжрибә үткәреп ҡарарға булдыҡ. Артабан уларҙы тәрбиәләп тора­саҡбыҙ, ә көҙөн инде уңышты сағыштырып ҡарарбыҙ.
Балтаста, мәҫәлән, картуф ултыртыу ысулы бик үҙенсәлекле икән. Соҡорҙо ярты көрәк самаһы ғына ҡаҙалар ҙа, орлоҡ һалып күмгәс, өҫтөнә һалам түшәп ҡуя­лар. Утарға ла, күмергә лә кәрәкмәй...
Бөрйәндән Балтасҡа килен булып төшкән бер ҡатындың картуф ултыртыу алымы ла ҡыҙыҡ. Улар ерҙе һөрмәй, тырматмай. Хәҙер бит ер һөрҙөрөү өсөн умырып аҡса һорайҙар. Әгәр ерҙе һөрөп, тырматып ебәрһәң, сүп үләндәре лә кинәнеп үҫә башлай, ти ул. Шул килеш кенә ултырталар, уңыштары ла мул.
Бына шулай, халыҡтың баҡса­сылыҡ тәжрибәһен күреп, үҙебеҙ ҙә өйрәнәбеҙ, башҡаларҙы өйрә­тергә тырышабыҙ.
– “Бай баҡса” тапшырыуы мауыҡтырғыс бер фильм һы­маҡ бара тип тә әйтәләр. Сценарийын үҙегеҙ яҙаһығыҙмы?
Зөһрә. Уныһы – Рәйсә Абдул­линаның хеҙмәте, ләкин эш барышында үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан өлөштәр ҙә инеп китә. Уларҙы ла яратып ҡабул итеүҙәрен әйтәләр. Инмәй ҡалған кадрҙарҙы тапшырыу аҙағында тиҙ-тиҙ генә әйлән­дереп сығалар – үҙе бер мультик инде. Бер танышым әйтә, шуны балам көлә-көлә һыны ҡатып ҡарай, ти.
– Эйе, юмор ҡулланыуығыҙ тап­шырыуҙы йәнләндереп ебәрә...
Нияз. Халҡыбыҙ элек-электән, нимәгә генә тотонһа ла, уйын-көлкөһөҙ эшләмәгән. Шул уҡ өмә­ләрҙе алайыҡ, үҙе бер байрам булған бит. Әле лә ауылдарҙа картуф ултыртыу, бесән сабыу, утын әҙерләү кеүек эштәр өмә һымаҡ башҡарыла. Күмәк халыҡ йыйыл­ған ерҙә бер-береңде шаяртып, мәрәкәләп алыу ғәҙәте бар. Быға бер кем дә үпкәләмәй, киреһенсә, кәйефте күтәрә, эшкә дәрт өҫтәй.
– Хатта “талашып” та китә­һегеҙ...
Зөһрә. Бер саҡ көрәк менән тәпкене яурынға һалайым тиһәм, төшә лә китә, төшә лә китә... Юрамал һымаҡ...
Нияз. Минең йәнем көйөп, “нимә һин дурака валяешь” тип ебәрҙем...
Зөһрә. Бына шуның кеүек уңыш­һыҙ сыҡҡан кадрҙарҙы ла тапшырыу аҙағында күрһәтеп ҡуялар. Мәрәкә килеп сыға. Теге Джеки Чан киноларындағы кеүек.
– Шул “уңышһыҙ” тигән кадр­ҙарығыҙ иң уңышлыһы килеп сыҡҡан!
Нияз. Ҡыҫҡаса әйткәндә, беҙ тапшырыуҙа йәшәйбеҙ. Аҡыл өйрәтеү һымаҡ булмаһын өсөн “Көлкө түтәле”н дә индерҙек.
– Халыҡ яратып ҡараған тапшырыу ниңә ике аҙнаға бер тапҡыр ғына сыға?
Зөһрә. Әлбиттә, йышыраҡ, әй­тәйек, аҙнаһына бер тапҡыр сыҡһа, яҡшы булыр ине. Мәҫәлән, урыҫ телендәге “Удача” тапшырыуы кеүек. Беҙҙә материалдар етерлек, ләкин телевидениеның эшенә ҡыҫыла алмайбыҙ.
– “Бай баҡса”ның уңышы мул булһын, өҫтәлегеҙ йәшел­сә-емеш менән тулһын. Тағы ла кинәнеп һөйләшербеҙ әле.

Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 332

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 207

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 481

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 298

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 193

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 524

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 195

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 262

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 944

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 048

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 353

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 676