Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Алмағас Башҡортостанда йәйге сорттарҙан “терентьевка”, “солнцедар”, “китайка”, “кремовая”, көҙгөнән — “уральское наливное”, “боҙаяҙ”, “Таулы Алтай”, ҡышҡынан — “башкирская красавица”, “сеянец титовки”, “шаропай, “антоновка обыкновенная”, “любимец” сорттары киң таралған. Шулай уҡ Себер, Көнбайыш Урал селекционерҙары сығарған “янтарь”, “уралец”, “малютка” ла тарала бара.

“Башкирская красавица” һалҡынға сыҙам­лылығы уртаса, юғары уңыш бирә. Август аҙаҡтарында, сентябрь баштарында өлгөрә. Алмаһын мартҡа тиклем һаҡлап була. Уртаса 80-90 грамм тарта.
“Сеянец титовки” юғары уңыш бирә, сыҙамлы. Һуңғараҡ өлгөрә, емешен майға тиклем һаҡлап була. Уртаса ҙурлығы 80-90 грамм, цилиндр формаһында.
“Шаропай” — сыҙамлы, мул уңыш бирә. Алма­һы апрель айынаса һаҡлана.
“Любимец” алмаһы ваҡ — 40-45 грамм тарта, ғинуарғаса һаҡлана.
“Антоновка обыкновенная” — алмаһы эре, тик уңышы түбән, бик үк сыҙамлы түгел.
“Боҙаяҙ” юғары уңыш бирә, һалҡынға сыҙам­лылығы түбән, алмаһы эре — 100-150 грамм, мартҡа тиклем һаҡлана.
Йәйге сорттарҙан “терентьевка”ның уңышы юғары, ҡышҡа сыҙамлы, һәр йыл уңыш бирә.
“Солнцедар” — уңдырышлы сорт, алмаһы 80-90 грамм тарта.
“Китайка кремовая” уңышы һәм ҡышҡа сыҙамлылығы юғары; алмаһы вағыраҡ, августа өлгөрә.
Ҡар ҡалын ятҡан, һөрөнтө ҡатламы тәрән булған, уңдырышлы структуралы, дымды еңел үткәргән ҡара тупраҡлы ерҙә алмағас яҡшы үҫә.
Уға урын әҙерләгәндә һәр квадрат метрға эзбизды 500-600 грамм, органик ашламаны — 5-6 кг, комплекслы ашламаны 50-60 грамм индерергә һәм ерҙе һөрөп, ҡаҙып сығырға кәрәк.
Үҙеңә оҡшаған сорттарҙы (дәүләт питомнигынан) алып, 40-50 йыл уңыш бирерлек ерҙе һайларға кәрәк. Ултыртыу өсөн 100 х 80 х 50 сантиметр ҙурлыҡта соҡор ҡаҙыла. Уны ҡаҙығанда тупраҡтың уңдырышлы өҫкө ҡатламы бер яҡҡа, уңдырышһыҙ балсыҡ ҡатламын икенсе яҡҡа өйәләр. Өҫкө ҡатламынан алынған тупраҡҡа 30 - 40 килограмм серегән тиреҫ, 0,8-1 килограмм суперфосфат йәки 1,5-2 килограмм фосфор оно, 0,15-0,2 килограмм хлорлы калий, әсе тупраҡлы ерҙә 0,6-1 килограмм эзбиз ҡушып бутала.
Алмағасты ултыртҡанда таҡта файҙаланыла. Оҙонлоғо — 160-260 сантиметр, киңлеге 15 сантиметр була. Ҡап уртаһында уйып алынған урын ултыртыу нөктәһен билдәләй. Ҡаҙып бөткәс, компостланған тупраҡ соҡорға конус формаһында өйөлә. Соҡор өҫтөнә ултыртыу таҡтаһы һалына, ике яҡ башы сөй менән беркетелә. Унан урталағы таҡта уйымына үҫенте ҡуйыла. Тамырҙары конустың тирә-яғына тигеҙ итеп таратыла. Үҫентенең ялғанған (прививка) урынын ер өҫтөндә ҡалдырыу мотлаҡ. Ул һәр ваҡыт өҫтә булырға тейеш. Ҡайһы бер баҡсасылар бының менән иҫәпләшмәй һәм йылдан-йыл ағас төбөнә тиреҫ өйә бирә. Һөҙөмтәлә ялғанған урын ер аҫтында ҡала, дымлы тупраҡта уның ҡайырыһы серей — алмағас әкренләп ҡорой. Ултыртыу соҡоро байытылған тупраҡ менән тултырыла, тығыҙлана, һыу һибелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тәҙрә төбөм "гөл" генә!

Тәҙрә төбөм "гөл" генә! 31.03.2019 // Баҡса

Беҙҙең һауа шарттарында йылылыҡ яратҡан культураларҙың үрсетмәһен йыш ҡына тәҙрә төбөндә үҫтерәләр....

Тотош уҡырға 780

"Үҫенте" кәңәш бирә

"Үҫенте" кәңәш бирә 21.03.2019 // Баҡса

Баҡса үҫтерергә яратҡандар өсөн яңы миҙгел яҡынлаша. Улар орлоҡтар һайлай, үҫентеләр ултырта,...

Тотош уҡырға 399

Сәсеү өсөн орлоҡ һайлау серҙәре

Сәсеү өсөн орлоҡ һайлау серҙәре 15.03.2019 // Баҡса

Баҡсала мул уңыш үҫтереү иң тәү сиратта дөрөҫ һай­лан­ған орлоҡҡа бәйле. Юҡҡа ғына хал­ҡы­быҙ “Ни...

Тотош уҡырға 294

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә 16.10.2018 // Баҡса

Ғәжәйеп ризыҡ Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша...

Тотош уҡырға 398

Ағас ботағы айырылһа…

Ағас ботағы айырылһа… 16.10.2018 // Баҡса

Һеҙ быйыл мул уңыш йыйҙығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алмағасығыҙҙың кәрәкле бер ботағы айырылып төшкән....

Тотош уҡырға 370

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға 16.10.2018 // Баҡса

Баҡса ул йәшелсә, емеш үҫтереү урыны ғына түгел, унда ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға...

Тотош уҡырға 387

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур 16.10.2018 // Баҡса

Уңыштар йыйып алынып, һалҡын көндәр ныҡлап башланғансы баҡсасылар өсөн айырым осор һанала. Яңы...

Тотош уҡырға 414

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың 16.10.2018 // Баҡса

Тәбиғәт шарттарына ҡарап, элегерәк көньяҡ халыҡтары Башҡортостанды “йәшел помидорҙар иле” тип...

Тотош уҡырға 394

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла!

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла! 26.09.2018 // Баҡса

Түбәнге Яйыҡбай – Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына ултырған, әллә ни ҙур булмаған ауылдарҙан. Мәгәр...

Тотош уҡырға 458

Лимондар ҡайҙа үҫә?

Лимондар ҡайҙа үҫә? 25.09.2018 // Баҡса

Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән...

Тотош уҡырға 363

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла 18.09.2018 // Баҡса

Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә,...

Тотош уҡырға 373

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 18.09.2018 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 413