Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Редис, помидор, борос...
Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ һауаға күсереп ултыртыу, тупраҡ һәм көн йылыныуға ҡарап, төрлө йәшелсә орлоҡтарын сәсеү осоро етте. Ошонан сығып, бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.


Редис — яҡтылыҡ яратыусан үҫемлек; күләгәле, ышыҡ урындарҙа ваҡ тамыраҙыҡтар ғына сығара. Ул — көн үҫемлеге. Көн оҙайғанда уның үҫеше тиҙләй, үҫемлектәр йылдамыраҡ һабаҡлана, ҡайһы саҡта тамыраҙыҡтары ла булмай. Редистың шытымдары минус 3, ә ҙурайған үҫемлектәре минус 5 градусҡа ҡәҙәр ҡырауҙы кисерә ала. Тамыры үҫеү өсөн ҡулай температура — 18–20 градус.

Редис тупраҡҡа талапсан. Әсе тупраҡта кила ауырыуы менән зарарлана. Азот етмәһә, япраҡтары һәм тамыры насар үҫә, калий етешмәһә, емеше яралыу тотҡарлана.

Помидор — йылылыҡ һәм яҡтылыҡ яратыусан культура. Ҡояш яҡтыһы етмәү үҫентенең буйға үҫеүенә һәм сәскә бөрөләренең ҡойолоуына килтерә. Уның үҫеүе өсөн ҡулай температура — 18–20 градус. Температура 15 градустан түбән булғанда сәскә атмай, ә 35 градустан юғары булғанда сәскәләре ҡойола.

Тупраҡта дым етмәүҙән дә помидорҙың сәскәһе ҡойола, ваҡ емештәр ярала, уңыш кәмей. Ә артыҡ булғанда фитофтороз һәм серек ауырыуҙары тарала. Шуға күрә уға һирәк кенә (3-4 көн һайын) көндөң беренсе яртыһында йылы һыу һибәләр. Һыу һипкәс, теплицаны елләтәләр.
Үҫентеләрҙе һауа шарттарына һәм ҡырау төшкәндә томалау мөмкинлеге булыу-булмауға ҡарап, теплица йәки парниктан күсереп ултырталар. Өҫтәмә ҡаплау мөмкинлеге юҡ икән, ул сағында ҡырауҙарҙан һуң сығарырға кәрәк. Уларҙы 30х40 сантиметр ара ҡалдырып ултырталар. Помидорҙы бер-ике һабаҡта – өс суҡ, ике һабаҡта формалаштырғанда беренсе суҡ аҫты ботағында өс суҡ ҡалдыралар. Үҫемлектәрҙе ҡаҙыҡтарға бәйләп ҡуялар.

Борос орлоҡтары 13 градустан да түбән булмаған температурала моронлап сыға. Үҫемлек тупраҡты йомшартып торғанды ярата. Тик ер өҫтөнә яҡын тамырҙарҙы артыҡ зарарларға ярамай. Ике аҙнанан уны туҡландыралар. Туҡландырыу өсөн 10 өлөш һыу ҡушылған, суперфосфат өҫтәлгән (10 литр һыуға 20–30 грамм) һыйыр тиҙәге яҡшы. Шунан һуң үҫемлектәрҙе көл менән (1 квадрат метрға — 150 грамм) туҡландырып торалар, һыу һибәләр.

Ҡыяр — яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. Температура 14,5 градустан түбән булғанда уның үҫеше туҡтай. Тупраҡтың дымлылығы 85–95 процент булырға тейеш.

Яңы сыҡҡан тиреҫ һәм компосты (1 квадрат метрға — 10–15 кг) яҙ көнө ҡыяр ултыртыр алдынан керетәләр. Ерҙе ҡаҙғанда минераль ашлама ла индерәләр. Сыныҡтырылған үҫемлектәрҙе ҡырау төшөү хәүефе уҙғас ултырталар. Полиэтилен япма ситен күтәреп елләтәләр. Тотороҡло йылы көндәр башланғас, пленканы көнө буйына асып, күтәреп ҡуялар. Үҫемлектәргә һыуҙы ихтыяжға ҡарап ҡына һибәләр.

Ҡыярҙы өйҙә үҫтергәндә, ғәҙәттә, ике япрағы сыҡҡас та парникка күсерәләр. Ә орлоғон сәскәндә ҡабына иғтибар итәләр. Унда сәсеү һәм уңыш йыйыу ваҡыты күрһәтелә. Күберәк районлаштырылған гибридтарға иғтибар итергә кәрәк. Гибрид “F1” билдәһе менән билдәләнә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 348

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 222

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 496

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 311

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 298

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 538

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 207

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 280

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 065

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 364

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 687

Тәҙрә төбөндәге баҡса

Тәҙрә төбөндәге баҡса 23.03.2022 // Баҡса

Беҙҙең һауа шарттарында йылылыҡ яратҡан культураларҙың үрсетмәһен йыш ҡына тәҙрә төбөндә үҫтерәләр....

Тотош уҡырға 1 336