Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала саҡтың гүзәл иле бәйләй
Бала саҡтың гүзәл иле бәйләй
Класташым Әнисә Таһированың тыуған көнө яҡынлашҡан һайын күңелемдә бала саҡ хәтирәләре яңыра, бергә уҡыған йылдар иҫкә төшә. Беҙ, 1940 – 1942 йылғы балалар, Ишембай районындағы Маҡар мәк­тәбен 1959 йылда тамамланыҡ. Барыбыҙ бергә 60 уҡыусы инек. “А” класында – маҡарҙар (улар араһында Әнисә лә бар), ә икенсеһендә – яҡын-тирәләге ауылдарҙан етенсене тамамлап килгәндәр. Беҙ сабата кейеп, арҡаға картуф, икмәк һалынған моҡ­сай йөкмәп, 18 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Көҙәндән йөрөп уҡыныҡ. Юлда ҡар-ямғырға эләккән, битте, аяҡ-ҡулды туңдырған саҡтар күп булды.
Бер яҙҙа әрметтәрҙең йылғаны кисеп сыҡҡаны иҫтә ҡалған. Билдә­ренә хәтлем һыу, дер ҡалтырайҙар... Маҡарға ошолай килеп етәбеҙ, ә ятаҡ эсендәге мөйөштәргә боҙ ҡатҡан... Утын индереп, мейес яғып ебәрәбеҙ, суйын һауытта ҡайнатылған һыуҙан сәй әҙерләп эсәбеҙ ҙә фуфайкабыҙҙа килеш ятып йоҡлайбыҙ. Әгәр инде ауылдан таңғы дүрттә сыҡһаҡ, ятаҡҡа барып тормайынса, тура дәрескә йүгерәбеҙ. Класта ла һалҡын, шуға өҫкө кейемдә килеш ултырабыҙ. Әле ошо ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткә­рәм дә үҙебеҙ менән ғорурланып ҡуям: ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса алға барғанбыҙ, асбыҙ, кейемһеҙбеҙ тип зарланмағанбыҙ.
Шулай ҙа эстән генә маҡарҙарға бер аҙ көнләшеп ҡарай инек. Йәнәһе, еңел йәшәйҙәр: мәктәпкә йылы өйҙән тамаҡ туйҙырып, матурланып килеп ултыралар. Хәҙер иһә Әнисәнең хәти­рәләрен уҡыйым да күҙ йәшенә мансылам. Уларҙа ла ауырлыҡ бихисап булған. Һуғыш тамамланһа ла, эҙем­тәләре тиҙ генә бөтөрлөк түгел ине шул. Әнисәнең әсәһе – бер нисә ауылға берҙән-бер акушерка – көнө-төнө эшләй торғайны.
“А” класы менән әллә ни ҡатнаш­маныҡ. Шаярып йөрөгән мәлдәр ҙә иҫкә төшмәй. Бар маҡсатыбыҙ уҡыу һәм нисек тә көн күреү ине. Оҙон тәнәфестә икмәккә сиратҡа баҫа торғайныҡ. Уны семетеп кенә тешләп, оҙаҡҡа һуҙырға тырышып ашайбыҙ. Артабанғы ғүмеремдә ошо йылы ҡара икмәктән дә тәмлерәк ризыҡ тапманым.
Яңыраҡ Маҡарҙа 1940 – 1980 йыл­дарҙа белем биргән уҡытыусыларҙы иҫкә алыу кисәһе ойошторолдо. Баҡтиһәң, хәҙергегә ҡапма-ҡаршы күренеш булған икән: педагогтар араһында күпселекте ир-ат тәшкил иткән. Улар – Биктимеров, Мөхәмә­тов, Зиннәтов, Сәсәнбаев, Фуат Йомағужин (директор), Зөфәр, Әб­дрәхим, Шәһит, Вафир, Әмир ағайҙар (үҙҙәрен уҡығанда нисек атап йөрөткәнбеҙ – шулай яҙҙым). Ҡатын-ҡыҙҙарҙан иһә Кәбирә менән Әминә апайҙар ғына иҫтә ҡалған. Әлеге кисәлә уҡытыусыларыбыҙҙың һу­ғышта ниндәй хәрби исем, награда алғандары хаҡында ишеткәс, уларға ҡарата ихтирам тойғоһо тағы ла көсәйҙе. Үҙҙәрен ни хәтлем ябай тотҡан, зыялы булған остаздарыбыҙ! Шуға беҙ ҙә ауырлыҡтарға ҡарама­йынса белемгә ынтылғанбыҙҙыр.
Ул осорҙа Маҡар мәктәбендә уҡыған балалар араһынан күптәр билдәлелек яуланы. Беҙҙең сығары­лыштан ғына Тәлғәт Сәғитов – рес­публиканың элекке мәҙәниәт минис­тры (уҡығанда уҡ лидерлыҡ сифаттары бар ине), Әнисә Таһирова – күренекле шағирә, Зәйнулла Ғәби­ҙуллин – медицина фәндәре докторы, профессор. Бүтәндәр ҙә юғалып ҡалманы: арабыҙҙа директорҙар, та­нылған уҡытыусылар, иҡтисадсылар, инженерҙар һәм башҡа һөнәр эйә­ләре бар. Һәммәһе лә тормошта үҙ урынын тапты, лайыҡлы хеҙмәт күр­һәтте. Тырыш булдыҡ, һәр саҡ алға ынтылып йәшәнек.
Алда әйткәнемсә, элек параллель кластағылар менән тығыҙ аралаш­маһаҡ та, мәктәптең 125 йыллығын үткәргәндән һуң һағынышып осраша башланыҡ. Белем усағының артабан­ғы юбилейҙарында ла дәррәү ҡат­наштыҡ, уҡыуҙы тамамлауыбыҙға 40, 45, 50 йыл тулыуҙы билдәләнек, кисәләргә бергәләп йөрөнөк. Осра­шыуҙарҙа үҙебеҙ генә йыйылып ҡалмай, мәктәптә шул осорҙа белем алған башҡаларҙы ла саҡыра инек. Мәҫәлән, Исфар Мөхәмәтов, Нурия Вәлиева, Мәрйәм Солтанова, Эльмира Сәсәнбаева һәм башҡалар. Күрешкәндә гелән бала саҡҡа әйлә­неп ҡайта инек. Тик бына 55 йыл­лыҡты ғына үткәреп булманы: күпкә әҙәйҙек, дәрт-дарман да кәмене... Шулай ҙа ҡунаҡҡа, тыуған көндә­ребеҙгә йөрөшәбеҙ. Маҡар мәктәбе директоры Гөлнара Хисмәтуллинаға рәхмәт: өлкәндәр өсөн осрашыу сараларын ҙур ихласлыҡ менән ойоштора. Күрешкән мәлдәге хистәремде аңлатырға һүҙ таба алмайым, шуға Әнисәнең шиғырын килтерәм:
Рәхмәтлемен моңло Һикәҙемә,
Алып ҡайтҡан яҡты көнөмә:
Барыбыҙ ҙа бөгөн сәфәр ҡылдыҡ
Бала саҡтың гүзәл иленә.
Барыбыҙ ҙа бөгөн ҡабат үттек
Тәүге мөхәббәттең һуҡмағын;
Илһам тауҙарына күтәрелдек,
Хыял ярҙарында туҡтаныҡ.
Һөйлә, алсаҡ дуҫым, Маһизәрем,
“Зәңгәр күҙҙе” йырла, Мөғлифә!
Беҙҙең өсөн бөгөн тулҡын ҡаға,
Беҙҙең өсөн йомшаҡ ел иҫә!
Һөйөп баға беҙгә Селтербей,
Бөгөн беҙҙең байрам, беҙҙең көй!
Беҙ, класташтар, өлкәнәйҙек, ҡарт­лыҡҡа бирештек кеүек. Арабыҙҙа тик Әнисә генә йәш булып ҡала бирә, төҫ ташламай. Һаман эшләй үҙе, сираттағы китабы донъя күрәсәк тип ишеттек. Класташыбыҙ өсөн ифрат шатбыҙ. Аллаһ Тәғәлә уға бәрәкәтле оҙон ғүмер бирһен, илһам шишмә­ләрен тултырһын, һаулыҡтан айыр­маһын.

Класташтар исеменән




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509