Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миңнур Әйүп ҡыҙы Ғүмәрова
Ишембай районының Ҡолғона ауылында донъяға килеп, Өфө ҡалаһында ғүмер кисергән ҡәҙерле әсәйебеҙ Миңнур Әйүп ҡыҙы Ғүмәрова 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Әсәйебеҙ — тәбиғәте менән ихлас, мөләйем, ярҙамсыл, ифрат тырыш, егәрле, ғәҙел зат. Тормошо еңелдән булманы уның, әммә бер ваҡытта ла зарланманы. Юҡты бар итә, үҙ юлын үҙе яра, башҡаларға ла маяҡ була белде.
Һәүетемсә генә ауылда йәшәп ятҡан еренән Өфөгә күсеп килеп, йортло булып, тормош башлап ебәреүе үҙе ни тора! Бухгалтерҙар курсын тамамлап, ауылда төрлө вазифаларҙа эшләп, күп тапҡыр ауыл Советы депутаты булып һайланып, гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙып абруй яулап өлгөргән әсәйебеҙ баш ҡалаға килгәс тә юғалып ҡалманы, бынамын тигән итеп донъя көтөп алып китте.
“Башавтотранс” ойошмаһына диспетчер булып эшкә урынлашты. Хатта ошо ойошма аша тыуған ауылына ла ярҙам итә алды. Шул йылдарҙа Ҡолғонаға автобус йөрөй башланы. Өфөгә күскәс, беҙ йәшәгән урамға газ үтмәгәйне. Әсәйем тейешле органдарға мөрәжәғәт итеп, матбуғатҡа мәҡәләләр яҙып, урамыбыҙҙы газлы итеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Әсәйебеҙ бөгөн дә тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Баҡса үҫтерә, төрлө йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Аш-һыуға ла, ҡул эшенә лә оҫта. Балаларына, туғандарына, таныштарына ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Ихласлығы, ябайлығы, эскерһеҙлеге һөҙөмтәһелер, уны бөгөн дә йәшлек мөләйемлеге, матурлығы ташламаған. Донъяһын да гөл итеп, бөхтә тота.
Күркәм юбилейы менән тәбрикләп, ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Беҙҙе ҡыуандырып тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һиңә, әсәй!

Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек!

Иң изге теләктәр менән
ҡыҙы Диләрә, кейәүе Леонид.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 30.03.2018 // Тыуған көндәр

Хеҙмәттәшебеҙ, шағирә Таңсулпан Рәсүлде ғүмеренең иҫтәлекле көнө — улы тыуыуы менән ҡайнар...

Тотош уҡырға 1 693

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 26.12.2017 // Тыуған көндәр

Ейәнсура районының Үрген ауылында йәшәгән коллегабыҙ Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы ФӘХ­РЕТДИНОВты ысын...

Тотош уҡырға 1 809

ҡот­лайбыҙ!

ҡот­лайбыҙ! 24.11.2017 // Тыуған көндәр

Өфө ҡалаһында йә­шә­гән “Башторгсервис” сауҙа-етеш­тереү фир­маһы директоры Рөс­тәм Мөхәмәт улы...

Тотош уҡырға 1 886

Һүҙ оҫтаһына 34 йыл

Һүҙ оҫтаһына 34 йыл 15.02.2017 // Тыуған көндәр

Билдәле әҙибә, һүҙ оҫтаһы, 34 йыл ғүмерен мәғрифәткә арнаған замандашыбыҙ, Жәлил Кейекбаев,...

Тотош уҡырға 4 012

Бала саҡтың гүзәл иле бәйләй

Бала саҡтың гүзәл иле бәйләй 14.12.2016 // Тыуған көндәр

Класташым Әнисә Таһированың тыуған көнө яҡынлашҡан һайын күңелемдә бала саҡ хәтирәләре яңыра, бергә...

Тотош уҡырға 2 289

Сәмәрә Ғариф ҡыҙы Ғәлимова-Хәмитованы күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ

Сәмәрә Ғариф ҡыҙы Ғәлимова-Хәмитованы күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ 06.12.2016 // Тыуған көндәр

Өфө ҡалаһында йәшәгән хөрмәтле класташыбыҙ Сәмәрә Ғариф ҡыҙы Ғәлимова-Хәмитованы 65 йәшлек күркәм...

Тотош уҡырға 2 204

Ҡотлауҙар!!!

Ҡотлауҙар!!! 16.11.2016 // Тыуған көндәр

Ейәнсура районының Таҙлар ауылында тыуған, әле Өфөлә йәшәгән 44-се поликлиниканың баш табибы Юнир...

Тотош уҡырға 3 394

Тыуған көндәр

Тыуған көндәр 03.12.2013 // Тыуған көндәр

Әсәй! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә,...

Тотош уҡырға 21 910