Янғын үҙен иҫләтеп тора03.03.2019
Күмертау ҡалаһының Еңеүҙең 40 йыллығы урамындағы бер йорт фатирында янғын сыҡҡан.

Ғәҙәттән тыш хәл урынына ете берәмек махсус техника һәм 24 ҡотҡарыусы ебәрелгән.

Һөрөм еҫенән ағыуланыу хәүефе булғанлыҡтан, йорттан 45 кеше эвакуацияланған. Янғын тулыһынса һүндерелгән, һәләк булғандар, ҡаза күргәндәр юҡ.

Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.


Вернуться назад