Рио-де-Жанейро көтә30.11.2012
Рио-де-Жанейро көтәҺуңғы йылдарҙа Башҡортостан Паралимпия чемпиондарын әҙерләү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһенә әүерелде. Быйыл, мәҫәлән, Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендәге 36 алтын миҙалдың һәр өсөнсөһө яҡташтарыбыҙ өлөшөнә тура килде. Инвалидтарҙың "Иҙел" республика физкультура-спорт клубы рәйесе Фәнил Ғабдуллин әйтеүенсә, алдағы Паралимпия уйындарында ла лайыҡлы сығыш яһарҙай спортсылар байтаҡ.

— Клубыбыҙҙың тәрбиәләнеүсеһе Анастасия Овсянникова быйылғы уйындарҙа еңел атлетика буйынса алтын миҙал алды. Хәҙер бер нисә егетебеҙ 2016 йылда Рио-де-Жанейрола уҙасаҡ йәйге Паралимпиадала өҫтәл теннисы буйынса көс һынашырға иҫәп тота, — ти ул.
"Иҙел" клубында күп спорт төрө үҫеш алған. Өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеүселәр быйыл айырыуса ҙур уңыштар яулаған. Мәҫәлән, 26 йәшлек Динар Сафиуллин октябрҙә Сочи ҡалаһында уҙған VI Физкультура һәм спорт фестиваленән бронза миҙал алып ҡайтҡан.
— Республикабыҙҙа инвалидтар спортына ҙур иғтибар бүленә. Коляскала йөрөүселәрҙең дә сит ҡалаларға ярышҡа бара алыуы айырыуса ҡыуандыра. Рәсәй күләмендәге сараларҙа һәйбәт сығыш яһаған инвалидтарҙың күңелен үҫтереп, төрлө стипендия биреп торалар, — ти Рио-де-Жанейроға барыуҙы төп маҡсаты итеп ҡуйған егет.
Быға өлгәшер өсөн ул һәр көн автобуста Шишмә районынан Өфө ҡалаһына күнекмәгә йөрөргә лә йыбанмай.
Быйыл Пенза ҡалаһында уҙған ил күләмендәге ярышта өсөнсө урынды алған Динар Мөхөтдинов та шундай ныҡышмал егеттәрҙең береһе.
— Спортсы инвалидтарҙың тормошҡа зарланырға, үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тойорға ваҡыты юҡ, — ти тенниссы.
Егеттәр ҙур ҡаҙаныштар артынан ҡыуһа, ҡыҙҙар, үҙҙәре әйтмешләй, өҫтәл теннисы менән күңел өсөн генә шөғөлләнә.
— Бында ике йыл уйнайым. Ошо ваҡыт эсендә физик яҡтан ыңғай үҙгәрештәр тойорға өлгөрҙөм: һығылмалыраҡ, етеҙерәк булып киттем, реакциям яҡшырҙы, — ти Ләйлә Солтанова. — Яңыраҡ бер ярышта хатта үҙ-үҙемә ышана алмай торҙом — теннис өҫтәленең бер яғынан икенсеһенә тиклем һикерҙем! Терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешегә был — ҙур ҡаҙаныш.
Спорттың сәләмәтлеккә файҙаһына инаныр өсөн өҫтәл теннисы буйынса йыйылма команда тренеры Валерий Ғарифуллинға күҙ һалыу ҙа етә: уға һис тә үҙенең 58 йәшен бирмәҫһең, ни бары 45 тиерһең!
Тренер әйтеүенсә, бөгөн Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Туймазы, Октябрьский һәм Мәләүез ҡалалары инвалидтарының ғына өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Сағыштырмаса ҡиммәт булмаған файҙалы спорт төрө башҡа ҡала һәм райондарыбыҙҙа ла үҫеш алһа, Паралимпиадаларҙа уңыштар ҙа артмаҫ тимә! Иң мөһиме — өҫтәл артындағы уйын инвалидтарға тормошҡа яраҡлашырға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә һәм спорт ваҡиғалары уртаһында ҡайнап йәшәргә ярҙам итер ине.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад