“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?29.03.2019
Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән Гагарин кубогына плей-офф ярыштарының көнсығыш финалында көс һынаша башлай. Матч Балашиха ҡалаһында уҙа.

Әле үк был серия тирәләй бәхәс ҡыҙа, осҡон сәсрәй. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында “Омск ҡарсығалары” етәкселеге Балашихалағы ареналағы уйындарға юлаевсыларҙың талисманына инеүҙе тыйған. Беҙҙең маскот көйәрмәндәрҙе, хоккейсыларыбыҙҙы еңеүгә дәртләндереп ебәрер тип ҡурҡалармы? Ғәжәп, эйе бит?


Вернуться назад