Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"30.03.2019
Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының кикбоксинг буйынса асыҡ беренселеге һәм “Урал аръяғы” асыҡ республика турниры үтте.

Ярыштарҙа өс көн дауамында республиканың төрлө ҡала-райондарынан, Ҡаҙағстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 167 спортсы көс һынашты.

Сараны асыу тантанаһында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, республика Мәғариф министрлығының Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Марсель Йосопов, Башҡортостандың Кикбоксинг федерацияһы президенты Константин Шестаков һәм башҡалар ҡатнашты.

– Спортсыларҙың барыһы ла ярышҡа ныҡлы әҙерлек менән килгән. Бигерәк тә әбйәлилдәр уңышлы сығыш яһай. Шулай уҡ Учалы, Өфө командалары бик көслө. Сибайҙар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел: бында спорттың был төрө ныҡлы үҫешкән. Кикбоксинг буйынса халыҡ-ара спорт мастеры Азамат Мусиндың тап Сибайҙан булыуы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй, – тине Константин Валентинович.

Спортсылар үҙ ауырлығы категорияһында көс һынашты, иң көслөләр еңеүсе титулына эйә булды. Командалар араһында “Урал аръяғы” кубогын хаҡлы рәүештә Сибайҙың “Шоңҡар” клубы (тренеры – Хәлит Һибәтуллин) яуланы. Икенсе урында – учалылар, өсөнсөлә – Өфө командаһы.

Рух ныҡлығы, етеҙлек, талапсанлыҡ һыҙаттары тәрбиәләгән был спорт төрөн үҙ итеүселәрҙең йылдан-йыл артыуында тап ошондай ярыштарҙың өлөшө ҙур.


Вернуться назад