Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто30.03.2019
Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында “Сәләмәтлек-2019” төбәк спартакиадаһы үтте.

Төп маҡсат, билдәле, спортты, сәләмәт тормошто пропагандалау, был өлкәләге алдынғыларҙы асыҡлау, электән килгән йолаларҙы дауам итеүгә ҡайтып ҡала.

Ярыш дүрт йүнәлештә ойошторолдо: өҫтәл теннисы, шахмат, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол ярыштары бик көсөргәнешле барҙы.

Беренселекте сибайҙар яулаһа, артабанғы урындарҙы Хәйбулла, Ейәнсура командалары бүлеште.


Вернуться назад