Ҡар бураны уйнатты... Монах27.03.2019
Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының беренсе этабы үтте. Сара республиканың 100 йыллығына арналды. Ипподром холында райондарҙағы тауар етештереүселәрҙең күргәҙмәһе ойошторолдо.

Был көндә дүртәр сабыш һәм урау булды. Унда Әлшәй, Дыуан, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары вәкилдәре көс һынашты. Тәүге сабышта Әлшәйҙән Шантай, Ромашка, Блэк, Бакира, Ҡарлуғас, Ветерок, Грозный, Туған ҡушаматлы аттар ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Ромашка еңеп сыҡты. Дыуан районы данын Ландыш, Орден, Гурман, Весточка, Гавиал, Подбор, Казбек, Набат, Гром яҡланы. Гавиал берәүгә лә ал бирмәне. Әбйәлил райо­нынан иһә турнирға Осҡон, Ураган, Эльфа, Толпар, Ҡояш, Бөркөт, Аҡбуҙат, Ғаяз, Фабия ҡушаматлы аттарҙы килтергәй­неләр. Финишҡа иң беренсе булып Ғаяз килде. Баймаҡ районы өсөн Орлик, Ай, Сынок, Гонщик, Торпедо, Толпар, Зорро, Бүләк, Малай, Ҡарлуғас, Мағаш тигән аттар сығыш яһаны. Алдынғылыҡты Бүләк яуланы.

Беренсе һәм икенсе урындарға лайыҡ булған жокейҙарға һуңғы, финал урау өсөн таныш булмаған яңы аттар тәҡдим ителде. Уларҙы йәрәбә ярҙамында бүлделәр. Һәр райондар икешәр, йәғни бөтәһе һигеҙ жокей ярышты. Әбйәлил районы исеменән – Хәбиб һәм Бүләк, Баймаҡтан – Урал һәм Вәзир, Әлшәйҙән – Бахрам һәм Ғәзиз, Дыуандан иһә Аҡбарыҫ һәм Монах ҡушаматлы аттар сығыш яһаны. Беренсе һәм икенсе урынға Монах һәм Аҡбарыҫты йүгәнләгән Дыуан районы жокейҙары лайыҡ булды. Өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙа – Әлшәй районы вәкилдәре һәм Ғәзиз, Бахрам ҡушаматлы аттар.

Дыуан һәм Әлшәй районы ярышсылары 11 октябрҙә үтәсәк Башҡортостан Башлығы призы өсөн финалда ҡатнаша.

Был көндә, дөйөм иҫәптән тыш, тағы ла өс урау ойошторолдо. “Башҡорт Шихандары” тәбиғи-тарихи ҡомартҡыһына арналған призды – Рогдай ҡушаматлы айғыр, Башҡорт Совет Автономияһы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу көнөнә арналғанын – Апельсинка ҡушаматлы байтал, Орлов юртаҡтары көс һынашҡан “Башҡортостан яҙы” призын Пикапу яуланы. Турнирҙың беренсе этабынан һуң иң яҡшы һәүәҫкәр жокей билдәләнде. Был исемгә Дыуан районынан Илдар Нурғәлиев лайыҡ булды.


Вернуться назад