Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға26.03.2019
Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла Рәсүлев исемендәге традицион яндан уҡ атыу ярышы уҙғарылды.

Унда, урындағы йәш мәргәндәрҙән тыш, Өфө, Сибай, Әбйәлил спортсылары ла ҡатнашты.

Малайҙар араһында беренсе урынды Бәхтиәр Исхаҡов алһа, ҡыҙҙарҙан иң мәргәне тип Таймия Әхмәҙиева танылды.

Әйткәндәй, призлы урын яулағандар 30 мартта республика балалары араһында уҙғарыласаҡ “Уғатар” ярышына йыйына.


Вернуться назад