“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне26.03.2019
Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты ойошторолдо.

Турнир олимпия системаһы буйынса үтте. Ике ир сиратлап усы менән бер-береһенең яңағына һуға, үҙҙәре армрестлинг тумбаһына тотоноп тора. Кем артабан ярыштан баш тарта, ҡағиҙә боҙа йә иҫен юғалта – шул еңелә.

Ярышта 28 йәшлек фермер Василий Камоцкий беренселеккә сыҡты. Иланский ҡалаһынан килгән “Билмән” ҡушаматлы һаҡаллы ирҙең ауырлығы 168 килограмм тарта. Шуныһы ҡыҙыҡ: Василий тәүҙә көс һынашырға уйламай. Ул Красноярскиға пауэрлифтер Кирилл Сарычевтан автограф алыу уйы менән килә. Дуҫтарының тәҡдиме менән турнирҙа үҙен һынап ҡына ҡарамаҡсы була.

Еңеүсе 30 мең һум призға лайыҡ булды. Һәм Мәскәүҙә икенсегә ойоштороласаҡ ошондай уҡ турнирға саҡырыу алды.



Вернуться назад