Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай25.03.2019
Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы һаны, ҡымыҙ етештереү буйынса ғына түгел, башҡорт тоҡомло атының генофондын һаҡлап ҡалыусы берҙән-бер төбәк булараҡ та билдәле.

2016 йылда районда ат биатлоны буйынса спорттың яңы төрөнә нигеҙ һалына, баймаҡтар тәүгеләрҙән булып төрки халыҡтар араһында киң таралған “Ылаҡ” уйынын йәйелдерә. Район командаһы Ҡырғыҙстанда ойошторолған Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйынында Рәсәй һәм Башҡортостан намыҫын яҡлап ике тапҡыр ҡатнаша һәм оло еңеүҙәр яулап ҡайта.

Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ арғымаҡтарының даны Башҡортостанға ғына түгел, хатта Рәсәй кимәленә танылды. Шәхси хужалыҡтарҙың сабыш аттары һәм юртаҡтар Өфөнөң “Аҡбуҙат”, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә үткәрелгән ярышта даими ҡатнаша һәм һәр саҡ еңеүсе булып таныла.

Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында республиканың 100 йыллығына арналған “Терра Башҡортостан” исемле ат-спорт турнирында ла район арғымаҡтары һынатманы. Баймаҡ район хакимиәте кубогына үткәрелгән бәйгелә 11 ат ҡатнашты. Беренселәрҙән булып финишҡа Бүләк ҡушаматлы атта Сергей Айсенов (ат хужаһы- Радмир Ирназаров) килде. Артабанғы урындарҙы Рәзиф Әхмәров (Рим Әхмәров) менән Данис Биктин (Барис Миннибаев) бүлеште.

Баймаҡ районы хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев еңеүселәрҙе ҡотлап: “Турнирҙың финалына тиклем әле ваҡыт бар, беҙ унда ла Баймаҡ арғымаҡтарының иң шәп икәнлеген күрһәтә алырбыҙ,тип ышанабыҙ. Мин еңеүселәрҙе ҡотлайым һәм улар менән ғорурланам!” — тине.

Шулай уҡ сарала ауыл хужалығы продукцияларын етештергән хужалыҡтарҙың бай күргәҙмәһе эшләне. Бында ла Баймаҡ оҫталарының бай экспозицияһы барыһын да хайран итте.

Ҡымыҙ һәм башҡорт аты күптән инде райондың брендына әүерелгән. Әйткәндәй, төбәктә тәүгеләрҙән булып асылған бейә һөтөн киптереү цехы ла Баймаҡта урынлашҡан.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика