Дыуандарға етеп ҡара!24.03.2019
Баш ҡалабыҙҙың “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турниры булды.

Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр үткән был сара төбәгебеҙҙең 100 йыллығына бағышланды. Холда райондарҙағы тауар етештереүселәрҙең йәрминкәһе ойошторолдо.

Турнирҙа Баймаҡ, Әбйәлил, Әлшәй, Дыуан бәйгеселәре ҡатнашты. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшылар асыҡланып, үҙҙәренә таныш булмаған аттарҙа аҙаҡҡы ярышта һынау тотто.

Турнирҙың беренсе этабынан һуң иң шәп жокей билдәләнде. Ул – Дыуан районынан Илдар Нурғәлиев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ат-спорт турнирының финал көнө – 2019 йылдың 11 октябре.


Вернуться назад