Беҙ – финалда!22.03.2019
Ярымфиналда еңеүгә һуңғы аҙым. Ниндәй булыр ул?

Күңелдә бер аҙ тулҡынланыу булһа ла, “Салауат Юлаев”ҡа ҙур ышаныс белдереп, тыныс көттө көйәрмәндәр.

Һәм улар яңылышманы. Ярымфиналда күптәрҙе хайран ҡалдырып алға барған командабыҙ матчтың ике осорон “ҡоро” иҫәп менән тамамланы: 4:0! Өсөнсө осорҙа “Автомобилист” беҙҙең ҡапҡаға бер гол индереп өлгөрҙө, әлбиттә. Шулай ҙа был ҡаршы команданың ярымфиналдағы һуңғы голы булды...

Беҙ – финалда! Афарин, “Салауат Юлаев”!


Вернуться назад