Кемдең аты етеҙерәк?22.03.2019
Иртәнән һуң Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында республиканың 100 йыллығына арналған “Терра Башкирия” исемле ат спорты турниры уҙасаҡ.

Унда Башҡортостандың дүрт төбәгенән – Әлшәйҙән, Әбйәлилдән, Баймаҡтан һәм Дыуандан – 40-лап ҡатнашыусы ярышасаҡ. Артабан бөтә 54 район да бындай сараға ылыҡтырыласаҡ тип күҙаллана.

Турнир программаһына мәҙәни-тарихи экспозиция, сабыштар, спорт уйындары, концерт, викторина инә.
Байрам сәғәт 12-лә башлана. Инеү бушлай. Килегеҙ!


Вернуться назад