Ҡазандан – “алтын” менән20.03.2019
Бил бирмәҫ баһадир көрәшсе Ғаззали Үтәшевтең тыуған яғы Хәйбулла районында, билдәле булыуынса, милли көрәш ныҡлы үҫешкән. Мәғариф учреждениеларында был спорт төрө буйынса секциялар эшләй, көрәшселәр һабантуйҙарҙа йыл да оло майҙан йыя.

Хәйбулла батырҙары район, төбәк, ил кимәлендәге ярыштарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, даими уңышҡа өлгәшә. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Ҡазанда көрәш буйынса үткән Рәсәй беренселегенә барҙы улар.

Турнирҙа Башҡортостандан 18 спортсы ҡатнашҡан. Улар Өфө, Октябрьский, Туймазы, Мәләүез ҡалаларынан һәм Стәрлебаш, Хәйбулла райондарынан булған.

100 килограмм ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында Хәйбулла батыры Никита Сабин алтын миҙал яулаған! Уның тренеры – Зиннур Әминев. Афарин!


Вернуться назад