"Автомобилист" был матчта еңеренә ышана: ни булыр?16.03.2019
Бөгөн беҙҙең “Салауат Юлаев” Екатеринг боҙонда йәнә “Автомобилист” менән осраша. Уйын киске сәғәт 5-тә башлана.

Үткән матчта, белеүебеҙсә, беҙҙең команда серияны еңеү менән башлауға өлгәште. Берҙән-бер шайбаны күршеләрҙең ҡапҡаһына Умарк һәм Ларсендың тапшырыуында Йонас Кемпайнен индерҙе.

“Беренсе матчҡа ҡарап ҡына серияға баһа бирергә ярамай”, – тине “Автомобилист” командаһының баш тренеры һәм артабан барыһы ла уңышлы булырына ышаныс белдерҙе.

Хоккей эксперттары, икенсе матчта командалар асығыраҡ уйын күрһәтер, тип иҫәпләй. Уларҙың фекеренсә, голдар биштән дә аҙ булмаясаҡ.


Вернуться назад