Ярымфиналды еңеүҙән башланыҡ!14.03.2019
Бөгөн Екатеринбург ҡалаһында “Салауат Юлаев” менән урындағы “Автомобилист” плей-офф уйындарының икенсе раундын башланы.

Командалар тәүҙән үк уйынды ҡыҙыу тотто. Шулай ҙа "Салауат Юлаев" үҙ көсөн күрһәтеп өлгөрҙө: өсөнсө осорға 1:0 иҫәбе менән инеүгә өлгәште. Һәм, "Автомобилист" нисек кенә һөжүм итмәһен, ҡапҡала ныҡ торҙо Юха Метсола: еңеү - беҙҙә!

Серияла иҫәп - 1:0.

Киләһе уйын 16 мартта йәнә Екатеринбургта була, киске сәғәт 5-тә башлана.


Вернуться назад