Беҙ - ярымфиналда!07.03.2019
“Салауат Юлаев” менән “Металлург”тың бөгөнгө, алтынсы, уйыны хәл иткес әһәмиәткә эйә булды. Айырыуса күрше команда хоккейсылары һәм көйәрмәндәре өсөн: “ҡалабыҙмы, юҡмы?”

Бар көсөн һалып тырышты “Металлург”. Ләкин “Салауат” албырғап ҡала торғандарҙанмы һуң: тағы – овертайм!

Өсөнсө осорҙо 2:2 иҫәбе менән тамамлаған командалар майҙанда йәнтәслим алыша. Һәм бына - гол!!! Беҙ - ярымфиналда!

8 Мартҡа республика ҡатын-ҡыҙҙарына бына ошондай ҙур бүләк яһаны "Салауат Юлаев"!

Шундай мауыҡтырғыс, тулҡынландырғыс, көслө уйын күрһәткәнең өсөн рәхмәт, "Металлург"!


Вернуться назад