Аҡсаны өс көн эсендә ҡайтарасаҡтар04.03.2019
Кисә ҡышҡы тәнәфестән һуң футбол буйынса ил беренселеге дауам итте. “Өфө” командаһы үҙ майҙанында Мәскәүҙең “Динамо”һы менән уйнаны.

Клуб етәкселеге, әгәр еңелә ҡалһалар, көйәрмәндәргә билет өсөн түләгән аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә иткәйне. Белеүегеҙсә, “Нефтсе” стадионындағы матч ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды (2:1). Хәҙер билеты булған һәр кемде 4-6 мартта стадион кассаһында көтәләр. Өҫтәүенә “Әхмәт” футбол клубы менән буласаҡ артабанғы осрашыуға саҡырыу ҡағыҙы ла бүләк итәсәктәр.




Вернуться назад