"Өфө" тағы һөйөндөрмәксе02.03.2019
Иртәгә, ҡышҡы каникулдан һуң, футбол буйынса Рәсәй чемпионаты яңынан башлана. Беҙҙең “Өфө” үҙ стадионында Мәскәүҙең “Динамо” командаһын ҡабул итә.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын спортсыларыбыҙҙы ҡеүәтләргә саҡырҙы.

“Өфөгә ҙур футбол ҡайта. Әйҙәгеҙ, егеттәребеҙҙе ҡеүәтләйек, улар был миҙгелдә “Рейнджерс” менән тигеҙ уйын күрһәтеп һәм күп тапҡыр еңеп, шул иҫәптән “Спартак”ты, беҙҙе ҡыуандырҙы. Беләм, тағы ла һөйөндөрөргә теләйҙәр!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.


Вернуться назад