Өфө, ҡаршы ал!27.02.2019
Бөгөн “Салауат Юлаев” плей-офф серияһының икенсе матчында “Металлург”ты 4:1 иҫәбе менән еңде!

Трибунала көйәрмәндәр араһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың да булыуы беҙҙең уйынсыларға, һис шикһеҙ, көс бирмәй ҡалмағандыр. Ярышты республика етәксеһе менән бергә шулай уҡ клуб Советы рәйесе Ринат Башкиров, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡараны.

Өҫтәүенә Сибайҙағы “Таусы” хоккей клубының йәш тәрбиәләнеүселәре лә бөгөнгө еңеүгә яҡындан шаһит булды.

“Сибайҙан ҡайтышлай беҙҙекеләрҙең уйынын ҡарау мөмкинлеге тейҙе, – тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙә. – Мин Сибай егеттәре, бәлки, “Салауат Юлаев”тың киләсәк боҙ батырҙары араһында. Әлегә улар “Таусы” хоккей командаһы өсөн йүгерә, яҡшы мәктәптәре бар. Үҙҙәрен бөгөн ошондай сәфәр менән дәртләндерҙек”.

Ошондай көйәрмәндәре булған “Салауат Юлаев” “Металлург” менән иҫәпте тигеҙләне: 1-1.

Командаларҙың өсөнсө осрашыуы Өфөлә 1 мартта буласаҡ.


Вернуться назад