Спорт һөйөүселәр иғтибарына27.02.2019
Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин төҙөлөшө һәм реконструкцияһы быйыл башланасаҡ спорт объекттарын иҫәпләп сыҡты.

Уның әйтеүенсә, баш ҡаланың Ленин районындағы Ҡамышлы урамында Спорт әҙерлеге үҙәген, Орджоникидзе районында һырғалаҡты, Калинин районында иһә бассейнды сафҡа индереү күҙаллана. Быйыл “Нефтсе” стадионында реконструкция тамамлана. Шулай уҡ халыҡ-ара спорт көрәше үҙәген төҙөү планлаштырыла. Фехтование үҙәген, байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса спорт базаһын асыу буйынса проект-смета документтары эшләнә. “Төҙөүсе” стадионын төҙөкләндереү ниәте бар.

Ҙур спорт объекттарынан тыш, ҡалала универсаль спорт майҙансыҡтарына, турник комплекстарына, хоккей ҡумталарына ихтыяж бар.





Вернуться назад