Мотоуҙышсылар һынатмай25.02.2019
Тольятти ҡалаһында Суперлига командалары араһында боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Былтырғы чемпиондар – Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенән “Башҡортостан” командаһы ағзалары көмөш миҙал яуланы.

Һуңғы уҙышта Өфөнән Динар Вәлиев һәм әүәлге яҡташыбыҙ Дмитрий Колтаков, 13-әр мәрәй йыйып, иң һөҙөмтәлеләре булды. Улар шулай уҡ өсөнсө урын өсөн өҫтәмә ярышҡа сыҡты. Колтаков стартты еңде, әммә икенсе урауҙа Вәлиев уны уҙып китте. Тағы ла бер урауҙан һуң Вәлиев тайып китеп, ҡолай башланы, Колтаков иһә уға бәрелде. Һөҙөмтәлә донъя чемпионы ҡоланы, ә Өфө командаһы алдынғыһы, киреһенсә, көсөн туплап, алға ташланды. Әммә ярышсыһын ҡолатҡан өсөн уның һөҙөмтәләре иҫәпкә алынманы. Өсөнсө урын Шадринскиға эләкте.

Рәсәй чемпионатында Өфө спортсылары Динар Вәлиев, Иван Чичиков, Николай Красников, Никита Богданов, Никита Шадрин, Дмитрий Буланкин көмөш миҙал яуланы. Алтынға лайыҡ булғандар араһында иһә Стәрлетамаҡтан Игорь Кононов бар.





Вернуться назад