Ҡар ҡойоно уйнатып...24.02.2019
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был аҙна аҙағында Бөрйәндә “Ҡыш байрамы” үтте. Ярыш ике көн барҙы.

22 февралдә Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында уҙған “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары”на халыҡ ағылып килде, көсөн һынарға теләгәндәр бихисап булды. Ат сабышы, арҡан тартышыу, суҡмар ырғытыу, таш ярыу – халҡыбыҙҙың борондан килгән был ярыш төрҙәрен ир-егет яратып ҡабул итә, ҡанына һалынғанлыҡтан, ихлас ҡатнаша. “Ылаҡ” уйынында уларҙың дәрт һәм сәме, һәр ваҡыттағыса, айырыуса ҡуҙғып, ярыш ысын “алыш”ты хәтерләтте.

Кисә иһә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Күҙәмбәт яланы гөрләп торҙо: саналы аттар ярышы үтте. Билдәле булыуынса, был сараға Бөрйән районынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхес Исмәғил Ғәбитов нигеҙ һалған. Ярыштың быйыл юбилейы – ул 50-се тапҡыр уҙғарылды!

“Беҙҙең районда ғына үткәрелә килгән был бәйге Бөрйәндең үҙенсәлеге, ғорурлығы булып тора. Халыҡ сараны һәр саҡ ашҡынып көтөп ала һәм күпләп ҡатнаша. Ярыштарҙа йыл да бәйге тотҡан ветерандарға, ат һөйөүселәргә, күрше райондарҙан килгән ҡатнашыусыларға рәхмәт еткерәм”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге аккаунтында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.


Вернуться назад