Ветерандар ярышты22.02.2019
Белорет металлургия комбинатында ветерандар араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған шахмат турниры ойошторолдо. Унда зирәклектә, отҡорлоҡта 14 ветеран көс һынашты. Уйын аҙна дауамында барҙы. Оло быуын вәкилдәре тамашасыларҙы үҙенсәлекле логик фекерләү ҡеүәһе, оҫталыҡтары, зирәклектәре менән шатландырҙы.

Ҡатыштырылған сым цехы ветераны Алексей Чайкин турнир еңеүсеһе тип танылды, тимер юлы цехының элекке хеҙмәткәре Борис Хөсәйенов – икенсе, заводтың үҙәк лабораторияһы ветераны Михаил Шеметов өсөнсө урындарҙы яуланы. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнде.



Вернуться назад