Йәш “Бөркөттәр” сая икән!19.02.2019
Туғыҙ йәшлек кенә балаларҙың сәмле, ҡыйыу, көслө холоҡ-фиғелле булып үҫеүҙәре һоҡландырҙы. Саҡмағош районының “Бөркөттәр” командаһы Татарстандың Аҡтаныш ауылында ойошторолған шайбалы хоккей буйынса турнирҙа уңышлы сығыш яһаны.

Ярышта биш команда ҡатнашты. Тренер Азат Мәжитов етәкселегендә йәш хоккейсылар еңел булмаған ярышта беренсе урынды яулап, көйәрмәндәрҙе һөйөндөрҙө. Берҙәмлек, татыулыҡ, оҫталыҡ командаға еңеү килтерҙе.






Вернуться назад