Аҙна аҙағында Бөрйәндә ни көтөлә?18.02.2019
Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда 22-23 февралдә күптән күркәм йолаға әйләнгән “Ҡыш байрамы” үтә.

Тәүге көндә Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” ойошторола. Унда халҡыбыҙҙың борондан килгән ярыш төрҙәре – ат сабышы, милли көрәш, уҡ атыу, арҡан тартыш, суҡмар ырғытыу, таш ярыу һ.б. ҡаралған. “Ылаҡ” уйыны ла көтөлә.

Шул уҡ көндә район үҙәгенең “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ла төрлө спорт ярыштары үтәсәк.

23 февралдә иһә Күҙәмбәт яланында саналы аттар ярышы планлаштырылған. Бөрйәндәрҙең арҙаҡлы яҡташтары Исмәғил Ғәбитов призына йыл да ойошторолоп килгән был сараның юбилейы быйыл – 50-се тапҡыр үткәрелә!

Ярыш еңеүселәрен ҡиммәтле бүләктәр көтә.


Вернуться назад