"Аҡбуҙат" – алғы сафта!18.02.2019
Әлшәй районынан Әбйәлилдең “Аҡбуҙат” хоккей командаһы бронза миҙал менән ҡайтты. Улар Башҡортостандың XXVII ауыл спорт уйындары финалында ҡатнашты.

Ярышта республиканан 42 команда ҡатнаша. Уларҙың тик һигеҙе генә финалға үтә: Әбйәлил, Әлшәй, Балтас, Бишбүләк, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хоккейсылары.

“Аҡбуҙат”ҡа Әлмөхәмәт, Атауҙы, Асҡар ауылдарының иң шәп спортсылары тупланған. Капитандары – Айҙар Ғәлләмов. Бала саҡтан ошонда шөғөлләнгән Әлмөхәмәт егеттәре Артур, Айнур һәм Рәфил Усмановтар бөгөн – команданың ныҡлы терәге. Әйткәндәй, Рәфил әлеге ярышта “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” номинацияһында еңеү яулаған.


Вернуться назад