Артур Сурин иҫтәлегенә – хоккей турниры16.02.2019
Хәйбулла районының Вәзәм халҡы күренекле ауылдаштары, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Артур Сурин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторҙо.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов, ветеран-уҡытыусы Фазылйән Сурин, шәхестең улдары Салауат һәм Урал Суриндар тәбрикләне. Хоккей майҙанында Әбеш, Бәләкәй Арыҫланғол, Йәнтеш ауылдары, Аҡъярҙағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе командалары көс һынашты.

Үтә ҡыҙыу, сәмле барҙы ярыш. Һөҙөмтәлә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе урында – вәзәмдәр, өсөнсөлә – йәнтештәр.

Хоккей турниры Хәйбулла халҡының олуғ яҡташтары Артур Суринды мәңге хәтерҙә тотасағына, күңелдәрендә шәхескә ҡарата хөрмәт һәм ихтирамдың ныҡлығына йәнә бер ҡат инандырҙы.


Вернуться назад