Ракетка бәләкәй булһа ла…14.02.2019
Дүртөйлө районында барған 52-се спартакиаданың тағы ла бер этабына йомғаҡ яһалды. Өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙа 23 команда ҡатнашып, был спорт төрөнөң йылдан-йыл популярлаша барыуын күрһәтте.

Бәләкәй ракетка менән оҫта эш иткән спортсылар үҙҙәренең нимәгә һәләтле булыуын раҫлау өсөн ҙур тырышлыҡ һалды. Ҡала предприятиелары араһында беренсе урынды Дүртөйлө магистраль газүткәргестәр идаралығы, икенсе урынды – ветерандар ойошмаһы, өсөнсө урынды “Саҡмағошнефть” идаралығы спортсылары яуланы. Ауыл биләмәләре араһында Мәскәү ауыл Советы, “Әсән” йәмғиәте, “Победа” тоҡомсолоҡ заводы командалары призлы урындарға лайыҡ булды.




Вернуться назад