Барҙыға барҙым әле...13.02.2019
Башҡортостандарҙың ситтә еңеү яулауына күнегеп тә бөттөк инде. Күптән түгел Пермь крайы Барҙы районының Барҙы ауылында үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турниры ойошторолдо.

Бәйгелә республикабыҙҙың Тәтешле районынан йәш батырҙар ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә призлы урындар ҙа яуланы. Мәҫәлән, Давид Ғәлемәрҙәнов (65 килограмм ауырлыҡ үлсәме) менән Луиза Хәмиҙуллина (44 килограмм ауырлыҡ үлсәме) һынатманы һәм икеһе лә спорт мастерлығына кандидат исемен алды. Бынан тыш Элина Хәсәнова менән Илсур Мингәрәев бронза миҙалы менән бүләкләнде. Барыһы ла тренер Иҙрис Ғиләжевтың секцияһында шөғөлләнә. Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев билдәләүенсә, бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнгән балалар тормошта үҙҙәренә юлды еңел яра.




Вернуться назад