Майҙанда – "Исҡужа" менән "Ҡараташ"11.02.2019
Баймаҡтың Түбә ауылында асылған боҙ майҙансығы һис ҡасан буш тормай: бында көн һайын спорт һөйөүселәр йыйыла.

Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, ауылдың “Ҡараташ” һәм Йылайыр районының “Исҡужа” хоккей командалары араһында уйын ойошторолдо. Ике яҡ та көслө ине, шулай ҙа майҙан хужалары өҫтөнлөк алып, еңеүсе исемен яуланы.

“Иң яҡшы ҡапҡасы” булып Венер Хоҙайғолов танылһа, “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” – Ғәлинур Аҡтаев, “Иң яҡшы һаҡлаусы” – Рафаэль Юлгилдин.


Вернуться назад