Саңғыларығыҙҙы майлай башлағыҙ08.02.2019
Иртәгә “Аҡбуҙат” ипподромында XXXVII Бөтә Рәсәй “Рәсәй саңғы юлы-2019” ярышы асыласаҡ.

Бәйгелә табиптан белешмәһе булған һәр кем ҡатнаша ала. Барлығы ете старт биреләсәк: белем биреү учреждениеларында уҡыусылар (малайҙар, ҡыҙҙар), ссуз һәм вуздарҙа белем алыусылар (ҡыҙҙар һәм егеттәр), хеҙмәт коллективтары хеҙмәткәрҙәре (ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар). Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы грамоталар, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләйәсәктәр. Ярышҡа теркәү үткәндә бирелгән фирма башлығын да ҡатнашыусылар иҫтәлеккә үҙҙәрендә ҡалдыра аласаҡ.

Ҡатнашырға теләгәндәр үҙенең йәшәгән урыны буйынса район хакимиәтенә шалтыратып, ғариза ҡалдыра ала. Унда шулай уҡ старт номеры һәм фирма башлығы биреләсәк. Ярыш үтәсәк урынға ике сәғәт алдан килеп тә теркәлергә мөмкин.
Бәйге көндөҙгө сәғәт 12-лә эшлә.





Вернуться назад