Сибай шорт-трексылары – финалда!07.02.2019
Сибайҙа “Ирәндек” боҙ һарайы асылғандан алып шорт-трек буйынса секция уңышлы эшләй. Ҡаланың бәләкәй спортсылары республика буйынса ғына түгел, Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа даими ҡатнаша, призлы урындар яулай.

Мәҫәлән, Түбәнге Новгород ҡалаһында шорт-трек буйынса ярымфинал ярыштарында сибайҙар ныҡлы әҙерлекле булыуын күрһәтте. Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлаған Ян Ахунйәнов, Арыҫлан Туҡаев, Полина Князева һәм Ангел Ғилманов команда эстафетаһында өсөнсө урын яулауға өлгәште. Ян менән Арыҫлан иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, финалға үтте.

Был – Сибай шорт-трексыларының Рәсәй ярыштарында яулаған унынсы миҙалы!


Вернуться назад