Малайҙарға шөғөл буласаҡ07.02.2019
Малайҙарға шөғөл буласаҡОҙаҡламай Башҡортостан уҡыусылары үҙ мәктәптәрендә көрәш менән шөғөлләнә аласаҡ. Ошоға арнап, кисә “Торатау” Конгресс-холында “Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” тигән фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо.

Уның эшендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты, Олимпия чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры Михаил Мамиашвили ҡатнашты. Шулай уҡ был өлкәләге белгестәр, көрәшселәр, мәғариф һәм спорт өлкәләре вәкилдәре булды.

– Был тема беҙҙең төбәк өсөн дә, шәхси минең өсөн дә мөһим. Башҡортостан элек-электән үҙенең көрәшселәре менән дан тота. Шуға күрә федерацияның был программаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән беҙҙе пилот төбәк итеп һайлауына ҙур рәхмәт, – тине Радий Фәрит улы.




Вернуться назад