Ҡаргиҙәрҙең Ирәмәлгә зыяны бармы?05.02.2019
Учалы районының Байһаҡал ауылы халҡы республика етәксеһе Радий Хәбировҡа “Ирәмәл” паркы биләмәһендә ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйыу мәсьәләһен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне.

Һөҙөмтәлә тикшереү үткәрелде, һәм ғалим-биологтар, хәрәкәтте контролдә тотҡанда, был техника биләмәгә зыян килтермәй, тип һығымта яһаны. Улар Оло Ирәмәлдең итәгенә тиклем альтернатив маршрут эшләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр мартта төбәктең тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы “Ирәмәл” биләмәһендә ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйғайны. Сәбәбе шулай аңлатылды: был техниканың двигателе һауаны бысрата һәм тәбиғәткә, йәнлектәр донъяһына тауыш аша кире йоғонто яһай. Республика йәмәғәтселеге шунда уҡ был ҡарар менән ҡәнәғәтһеҙлек белдергәйне.


Вернуться назад