Яңауылдар саңғыға баҫа28.01.2019
2 февралдә Яңауылда Район спорт уйындары иҫәбенә саңғы уҙышы үтә. Һабантуй яланында ойоштороласаҡ ярышта теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Ир-егеттәр – өс, ҡатын-ҡыҙҙар ике саҡрым араға уҙышасаҡ. Ғөмүмән, был төбәктә спорт тормошона иғтибар ҙур. Район кимәлендә, ауыл биләмәләрендә үткән ярыш-бәйгеләрҙә йәше-ҡарты теләп ҡатнаша.




Вернуться назад