Беҙҙең спортсынан шөрләйҙәр!28.01.2019
Башҡортостан спортсыһы Астана ҡалаһында үткән Халыҡ-ара турнирҙа ике алтын миҙал яулап ҡайтты.

Билбау көрәше буйынса донъя чемпионы Әлфиә Әлимғужина грэпплинг буйынса ярышта уңышлы сығыш яһаған. Үҙ ауырлыҡ категорияһында (58 килограмм) ул өс алыш үткәргән. Финалда Ҡаҙағстан вәкилен еңеп, алтын миҙалға өлгәшкән.

Уның шулай бер еңелеүһеҙ үткәргән бәйгеләрен күргән ярышташтары, шөрләпме икән, һуғышып та тормай, уға абсолют ауырлыҡ категорияһындағы еңеүҙе лә биргән.





Вернуться назад