Афарин!27.01.2019
Ғафуриҙың Красноусол ауылындағы 1-се мәктәптә уҡ атыу буйынса республика турниры булды. Унда Бөрйән, Учалы, Ғафури, Ишембай райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары мәргәндәре майҙан тотто.

Еңеүселәр: ир-ат араһында – Салауат Юлбирҙин, Сынбулат Юлбирҙин, Юлай Ғәлиуллин; ҡатын-ҡыҙ араһында – Динә Вәлиева, Әлиә Ишморатова, Нилә Исламова; үҫмерҙәр араһында – Булат Әминев, Сергей Петров, Линар Яманһаров.

Рушан Хәсәнов, Урал Мортазин, Рәйес Низаметдинов, Динис Юлбирҙин, Ришат Шәймәрҙәнов, Илшат Хәбибуллин, Роберт Хәмиҙуллин, Алһыу Шәйхулова бәйгенең махсус призына лайыҡ булды.

Халҡыбыҙға милли спорт төрөн ҡайтарырға ынтылған ойоштороусыларға, мәргәндәргә “Афарин!” тибеҙ.


Вернуться назад