“Алтыны ла, көмөшө лә беҙҙә!”24.01.2019
Үрге Йәркәйҙә үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында бокс буйынса асыҡ республика беренселеге уҙғарылды.

Турнирға Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарынан иң көслө спортсылар йыйылды. Баҡалылар ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Үҙҙәренең ауырлыҡ үлсәмендә Азат Исламов, Илназ Нурғәлиев, Вадим Миңлегәрәев, Тимур Камалетдинов алтын наградаларға лайыҡ булһа, Савелий Асанбаев, Радим Ғүмәров, Денис Часовский, Данил Ишембаев – бронза призерҙар рәтендә.

Яна Аверина беренсе урынды яулап, республиканың йыйылма команда составына инде. Ул оҙаҡламай бокс буйынса Пермь ҡалаһында үтәсәк Волга буйы федераль округы беренселегенә юл тотасаҡ.




Вернуться назад