"Салауат Юлаев" ҡайҙан аҡса алыр?24.01.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров "Башнефть" компанияһың "Салауат Юлаев" хоккей командаһына ярҙамы элекке күләмдә ҡаласағын белдерҙе.

– Эш башлауҙың тәүге аҙнаһында уҡ "Башнефть"кә барып, инвестиция программаһына ярашлы төҙөлгән үҙенсәлекле биологик таҙартыу ҡоролмаһы менән таныштым, – тине төбәк етәксеһе. – "Башнефть" – хәйриә ярҙамы күрһәткән компания, уның мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәге раҫланды. Шул иҫәптән "Салауат Юлаев" хоккей командаһын финанслау күләме элеккесә ҡаласаҡ. "Башнефть" йөҙөндә беҙ республиканың иҡтисади мәсьәләләрен хәл иткән һәм социаль яуаплылыҡты аңлаған ойошманы күрәбеҙ. Компания менән дәүләт мәсьәләләрен аңлаған кешеләр идара итә. Йәнә ул – республика тарихының өлөшө, шуға беҙгә уның үҫешеүе мөһим.




Вернуться назад