“Алтын шайба” турнирының йомғаҡлау өлөшө уҙҙы23.01.2019
Раевка ауылында 2006-2007 йылғы үҫмерҙәрҙең ауыл командалары араһында А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы йәш хоккейсыларының финал ярыштары булып үтте.

Бер нисә көн буйы Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктә­бенең боҙ майҙансығы ҡыҙыу, көсөргәнешле уйындарҙан гөр­ләп торҙо. Ярышты ойоштороу­сылар — Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мә­ғариф министрлыҡтары, Баш­ҡортостандың берләшкән хоккей федерацияһы, А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы вәкилдәре сараны юғары кимәлдә, йәш спорт­сы­ларҙың күңелендә оҙаҡҡа иҫтә­лекле, йылы хәтирәләр ҡалды­рырлыҡ итеп үткәргән әлшәй­ҙәргә ҙур рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Динар Әхмәт­рисламов, ете райондан килгән йәш спортсыларҙы дәртлән­дереү, күңелдәрен күтәреү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыштыҡ, тип белдер­ҙе.

Ярыштарҙа муниципаль һәм зона этаптарында еңгән һәм приз яулаған Әлшәй, Бишбүләк, Балтас, Кушнаренко, Өфө, Саҡ­мағош һәм Шишмә районда­рының ете командаһы көс һынашты.

Өфө районының йәш хоккейсылары барыһынан да йылғы­рыраҡ, таһыллыраҡ булып сыҡты. Улар — республика финал ярыштарының еңеүсеһе. Икенсе урында — Кушнаренко, өсөнсө урында Бишбүләк ра­йондарының йәш спортсылары. Еңеүсе командалар һәм ярыш призерҙары иҫтәлекле кубоктар, ә уйынсылар Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы миҙалдары һәм дипломдары менән наградланды. Ҡунаҡтарҙы үҙ майҙанында ҡабул иткән Әлшәй районы хакимиәте лә еңеүселәргә иҫтә­лекле бүләктәрен тапшырҙы.

— Өфө районы командаһын уңышлы сығышы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Әлшәй бо­ҙо был юлы улар өсөн “ҡунаҡ­сыл”, “рәхимле” булды, — ти Ди­нар Марат улы. — “Алтын шай­ба” клубының Бөтә Рәсәй ярыш­тары финалында ла ошондай уҡ берҙәмлек, тиҙлек һәм оҫталыҡ күрһәтеүҙәрен теләй­беҙ.

Ете район командаһын үҙ майҙанында ҡабул итеүҙе, ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороу өсөн янып-көйөп йөрөгән спорт етәксеһе Динар Марат улын тап ярыштарҙы асыу көнөндә улы тыуыуы ме­нән дә ҡотларға онотманы әлшәйҙәр. Бәләкәй Әмир ҙә, моғайын, хоккейсы булыр.


Вернуться назад