Әзекәйҙә хоккей ҡабы ... февралдә әҙер буласаҡ!17.01.2019
“Башҡортостан” гәзитенә Белорет районы Әзекәй ауылынан “һөйөнсө” һорап шылтыраттылар. Баҡтиһәң, бында февралдә хоккей миҙгеле асыла икән...

Былтыр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә Әзекәй ауылында футбол, волейбол һәм хоккей уйнау өсөн спорт майҙансығы эшләгәндәр. Ауыл халҡы балалар һәм йәштәр ҡышын рәхәтләнеп шайба һуғыр тип өмөт итһә лә, әле һаман боҙ майҙансыҡ әҙер түгел. Хатта һырғалаҡ та эшләнмәгән... Февралде көтәбеҙ...


Вернуться назад