Иң күп награда – Бәләбәй көрәшселәрендә16.01.2019
Бәләбәйҙәр сәләмәт тормош яҡлы. Яңы йыл хакимлыҡ итә башлау менән биләмәлә спорт һәм сәләмәтлек ун көнлөгө иғлан ителде.

Яҡташтары ҡалала спорт көрәшенә нигеҙ һалған Владимир Сапринға рәхмәтле. Танылған спортсы призына “Чемпион” физкультура-спорт комплексында грек-рим көрәше буйынса үткәрелгән турнир быйыл да юғары кимәлдә ойошторолдо. Инде 21-се тапҡыр уҙғарылған ярыш был юлы Октябрьский, Өфө, Бәләбәй ҡалаларының, Приют ҡасабаһының 70 көрәшсеһен йыйҙы.

Еңеүселәргә миҙалдар һәм приздар тапшырылды. Иң күп награда – Бәләбәй спортсыларында.



Вернуться назад