Йәштәр Ғәли Ишмырҙинды беләме?16.01.2019
Йәштәр Ғәли Ишмырҙинды беләме?19 ғинуарҙа ҡаһарман осоусы, республикабыҙҙа башлап осоу­сылар мәктәбен ойошторған яҡташыбыҙ Ғәли Ишмырҙин призына көрәш буйынса “Мең ырыуының йәш батыры” төбәк турниры үтә.

Йәш көрәшселәрҙе Ауырғазы районы­ның Мораҙым ауылында йыялар.

– Турнирға башлыса Ауырғазы, Биш­бү­ләк, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Шишмә һәм Әлшәй райондары спортсылары саҡырылды. Сараның маҡсаты – йәштәр­ҙе сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡ­тырыу, шул иҫәптән тамырҙарына, тарихына һөйөү уятыу, – ти Мең ыры­уының ҡор башы Әхнәф Тимербулатов.

Әйткәндәй, Ғәли Ишмырҙин хаҡында милләттәштәребеҙ бик аҙ белә. Уны хатта онотолоуға дусар ителгән шәхес тип атарға була. Заманында “Күк йөҙө ал­ла­һы” тип йөрөтһәләр ҙә, шәхес тураһында архивтарҙа документтар һаҡланмаған тиерлек. Әммә ихлас дуҫтары беренсе совет летчигы Ғәли Мөхәмәтйән улы Иш­мырҙиндың яҡты хәтерен тергеҙә. Ғәли Ишмырҙин тәрбиәләп үҫтергән летчик­тарҙың 24-е — Советтар Союзы Геройы, ә Муса Гәрәев хатта — ике тапҡыр Герой!



Вернуться назад