“Салауат Юлаев” – ҙур байлығыбыҙ11.01.2019
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубының баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты. Унда төбәктә хоккейға булышлыҡ итеү, клубты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

– “Салауат Юлаев” – ҙур байлығыбыҙ. 60-сы йылдарҙа ойошторолған, данлы традицияларға эйә булған рухлы клубты үҫтереү өсөн беҙ яуаплы. Ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен тикшергәйнек, шул иҫәптән “Башнефть” менән дә. Әйткәндәй, футболға ла, башҡа һөнәри спорт төрҙәренә лә булышлыҡ күрһәтеләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, төбәктәргә профессиональ спорттың ни тиклем кәрәк булыуы – фәлсәфәүи һорау. Әммә, тәжрибәнән күренеүенсә, юғары ҡаҙаныштар спорты булған, меңдәрсә бала һәм үҫмер Радуловтан, Умарктан, Живоглядовтан һәм Слайҙан өлгө алырға тырышҡан ерҙә күмәк спорт бер нисә тапҡырға һөҙөмтәлерәк үҫә.





Вернуться назад